вторник, 30 июля 2013 г.

ФБР балалар сутенерҙарына ҡаршы бик ҙур рейд үткәргән.


Өс көн дауамында АҠШ-тың 76 ҡалаһындағы балалар фәхешенә ҡаршы көрәш операцияһы барышында ФБР 15 сутенерҙы ҡулға алған. Айырыуса масштаблы рейдтар Сан-Франциско, Милуоки, Детройт, Яңы Орлеан һәм Денверҙа үткәрелгән.
Операция барышында 105 бала, башлыса 13-17 йәшлек ҡыҙҙар азат ителгән, уларҙы фәхишәлек менән шөғөлләнергә мәжбүр иткәндәр.
ФБР директоры урынбаҫары Рональд Хоско былай тип белдерҙе:
“Кросс-кантри 7”операцияһы- балалар фәхишәлеге менән бәйле ФБР тарихындағы иң ҙур операция. Балалар фәхешлеге- АҠШ-та киң таралған оятһыҙ енәйәттәрҙең береһе. Беҙ артабан да, яуапҡа тарттырыр өсөн, балаларҙы енси эксплутациялау менән шөғөлләнгәндәрҙе эҙләйәсәкбеҙ”.
Азат ителгән балалар менән алыҫ юлға йөрөүсе йөк машиналары туҡталыштарында, казиноларҙа, ҡунаҡханаларҙа, интернет аша һәм социаль селтәрҙә һатыу иткәндәр.
АҠШ-та 10 йыл эсендәге ошондай рейдтар барышында 2700 бала азат ителгән. 1350 cутенер хөкөмгә тарттырылған, шуларҙың унауһы ғүмерлеккә төрмәгә ултыртылған.




Комментариев нет:

Отправить комментарий