Рядовой Мэннинг уға
белдерелгән 20 ғәйепләүҙең береһе, әммә иң ауыры- дошманға ярҙам итеү буйынса
ғәйепһеҙ тип табылды.
Ҡалған 19 пункт
буйынса хәрби суд уны ғәйепле тип иғлан итте, ә был уға тиҫтәләрсә йыл төрмәлә
ултырыу янай тигән һүҙ.
Мэннинг WikiLeaks сайтына сер итеп һаҡланған
документтарҙы биреүҙә, шул иҫәптән Ирак һәм Афғанстан һуғыш яландарынан
хәбәрҙәрҙе, Апач вертолетынан төшөрөлгән видеоны, дипломатик хаттарҙы һәм
Гуантанамо базаһы тотҡондарының көндәлек тормошон һүрәтләгән йәшерен
материалдарҙы тапшырыу буйынса үҙенең ғәйебен танығайны.
Комментариев нет:
Отправить комментарий