среда, 31 июля 2013 г.

WikiLeaks информаторы эше: Ассанж АҠШ-ты экстремизмда ғәйепләй.


WikiLeaks информаторы рядовой Брэдли Мэннингҡа сығарылған ғәйепләү ҡарарын АҠШ-та төрлөсә ҡабул иттеләр. Берәүҙәр уның иң ҡаты ғәйепләүҙән- “Ҡушма Штаттар дошманына ярҙам итеү”ҙән ҡотолоуына риза түгел. Ә мәғлүмәттәрҙе иркен алыу яғында тороусылар һалдатҡа 19 пункт буйынса ғәйепләү ҡарары сығарыуҙарына һәм уға 136 йыл төрмә янауына асыуҙарын белдерә.
WikiLeaks сайтына нигеҙ һалыусы Джулиан Ассанж АҠШ-ты экстремизмда ғәйепләне:
“АҠШ тарихында тәүге тапҡыр йәмәғәтселеккә мәғлүмәт биргән кешене шпионлыҡта ғәйепләнеләр,- тине ул.-Был хәүефле күренеш, был АҠШ-тың милли именлек хаҡына экстремизмға барыуын күрһәтә. Ул мәғәнәһеҙ ҡарар юҡҡа сығарылырға тейеш. Йәмәғәтселеккә дөрөҫ мәғлүмәт биреү шпионаж була алмай.”
“Бреэдли Мэннингҡа азатлыҡ!” Ошондай лозунг аҫтында WikiLeaks яҡлылар Мэрилендтағы хәрби суд бинаһы алдында ҡаршылыҡ акцияһы ойошторҙо. Улар Мэннингты Америка властарының йәшерен эшмәкәрлегенә бөтә донъяның күҙен асҡан герой тип иҫәпләй.
25 йәшлек һалдат WikiLeaks сайтына меңәрләгән йәшерен документты, шул иҫәптән Ирак һәм Афғанстандан донесениеларҙы, дипломатик хатлашыу һәм Гуантанамо базаһы тотҡондарының ниндәй шарттарҙа көн итеүен һүрәтләгән материалдарҙы тапшырған.

АҠШ хөкүмәте исеменән эш алып барған ғәйепләү яғының һүҙҙәре буйынса, был мәғлүмәттәрҙең асылыуы разведка эшен һәм илдең милли именлеген хәүеф аҫтына ҡуйған. Хөкөм ҡарары буйынса эште судта ҡарау шаршамбыға тәғәйенләнгән.

Комментариев нет:

Отправить комментарий