понедельник, 15 июля 2013 г.

Памплондағы үгеҙҙәр уҙышында яраланыусылар бар.


Испанияның Памплонында Сан-Фермин байрамының һуңғы көнөндә үгеҙҙәр уҙышы ваҡытында 5 кеше зыян күрҙе. Австралиянан 23 йәшлек ҡатын, үгеҙҙән һөҙөлөп, ауыр хәлдә дауаханаға эләкте. Шәмбе көн дауаханаға йәнә 20 кеше оҙатылды. Шуларҙың икәүһенең күкрәк ситлеге бик ныҡ йәрәхәтләнгән.


Сан-Фермин байрамында үгеҙҙәр уҙышы йыл һайын һигеҙ быуат рәттән уҙғарыла.

Комментариев нет:

Отправить комментарий