Украинала Волын фажиғәһе ҡорбандарын хөрмәтләп иҫкә
төшөрәләр- 1943 йылда Украинаның баш күтәреүселәр армияһы системалы рәүештә
өлкәләге поляҡтарҙы һәләк итә; шул уҡ йылды, яуап итеп, Польша яғы байтаҡ
Украиндарҙы ҡыра.
Фажиғәнең 70 йыллығына тәүге тапҡыр Польша президенты- Бронислав
Комаровский килде:
“Мин шуға ышанам: көс ҡулланыуҙар һәм этник
таҙартыуҙар күрше илдәр араһындағы конфликтты
хәл итергә ярҙам итмәйәсәк һәм сәйәси йәһәттән дә, дини һәм иҡтисад
күҙлегенән сығып ҡарағанда ла аҡлана алмай.”
Волын фажиғәһе оҙаҡ йылдар ике аралағы мөнәсәбәттәрҙе
ағыулап торҙо: хәҙер иһә ике ил халҡы ла уның яҡшырыуына өмөтләнә:
“Йәш быуынды ата-бабаларҙы онотмаҫҡа, һәләк
булғандарҙы хөрмәт менән иҫкә алырға өйрәтергә кәрәк.”
“Илдәребеҙҙең үҙ-ара дуҫ һәм татыу йәшәүен теләйбеҙ.
Беҙ туғандаш халыҡтар, әммә тарих беҙҙе айырған.”
Шуға ҡарамаҫтан, үҙенсәлекле был ваҡиға тыныс ҡына
уҙманы. Польша лидеры дини кешеләр менән аралашҡанда, 21 йәшлек украин уға йомортҡа
бәрҙе. Йәш кешене ҡулға алып, уның ҡанында алкоголь барлығын һәм милләтселәр
ойошмаһында тороуын тикшерәләр.
Комментариев нет:
Отправить комментарий