воскресенье, 14 июля 2013 г.

Украина: граждандарҙың милицияға ҡарата ризаһыҙлығы арта.


Украинала граждандарҙың тәртип һағында тороусылар менән йәнә бәрелеше булған. “Шлях” баҙары эшҡыуарҙары һәм улар яҡлы  активистар Киев милицияһының Святошинский районы бүлеген штурмлаған. Был хәл бүлек хеҙмәткәре баҙарҙа дәүләт телендә һөйләшергә ҡушҡан активистка Ирина Бондаргә һуҡҡандан һуң башланып китә. Ваҡиға сауҙа павильонын йыйғанда була.
“Килтереп һуҡҡас та, мин быны кем эшләгәнен күрҙем һәм милиция саҡырҙым. Эргәлә торғандарҙың күбеһе хәлдең айышына төшөнә лә алмай ҡалды, әммә кемдер милиционер артынан йүгерҙе,-”ти Ирина Бондарь.
Шаһит: “Ул арттан килеп уның бөйөрөнә һуҡты. Бындай милицияның кәрәге юҡ, тип уйлайым. Бынан һуң  инде кем беҙҙе яҡларға тейеш?”
Милиция бүлеген тәүге тапҡыр ғына штурмламайҙар. Июль башында ундай хәл Врадиевка ауылында ла булды. Бер ҡатынды туҡмауҙа һәм көсләүҙә милиционерҙар ҡатнашҡанлығын белгәс, ауыл халҡы урындағы милиция бүлегенә һөжүм итә. Көсләү хаҡындағы был тәфтиш эшен Украина президенты үҙ контроле аҫтына алған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий