суббота, 13 июля 2013 г.

Күптәр араһынан бер ҡыҙ.


“Бер бала, бер уҡытыусы, бер китап һәм бер ручка донъяны үҙгәртергә һәләтле”: үҙенә 16 йәш тулған көндө Малала Йософзай, балаларҙың белем алырға хоҡуғын яҡлаусы Пакистан активискаһы, БМО-ла 4 мең тиҫтере алдында сығыш яһаны.
Уҙған йылдың октябрендә, Малаланың блогындағы яҙмаларға асыуҙары килгән “Талибан” боевиктары ҡыҙға һөжүм иткәс, уның исеме бөтә донъяға билдәле булды. Малала мөғжизә менән генә иҫән ҡалды.
“Мин- күп ҡыҙҙарҙың береһе. Үҙем өсөн һөйләмәйем, тауыштарын беҙ ишетә алмағандар өсөн һөйләйем. Донъяла йәшәүгә, лайыҡлы мөғәмәләгә хоҡуҡтарын яҡлап көрәшеүселәр өсөн һөйләйем. Бында мин һәр баланың белем алырға хоҡуғын яҡлап килдем.”

Хәҙер Малала Бөйөк Британияла йәшәй һәм белем ала. Ул- бик күп халыҡ-ара премиялар лауреаты һәм тарихта Нобелдең тыныслыҡ премияһына иң йәш дәғүә итеүсе.

Комментариев нет:

Отправить комментарий