суббота, 13 июля 2013 г.

Сноуден ваҡытлыса Рәсәйҙә ҡалырға теләй.


Эдвард Сноуден йома көн Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында Рәсәй хоҡуҡ һаҡлаусылары менән осрашты. Тап уларға ул Рәсәйҙә ваҡтылыса сәйәси һыйыныу урыны һорарға йыйыныуын хәбәр итте. Америка махсус хеҙмәттәренең элекке хеҙмәткәре белдергән был теләк тураһында мәғлүмәт шул уҡ ваҡытта Викиликс Твиттерында донъя күрҙе.
Рәсәйҙә ҡалған Сноуден, моғайын, аҙаҡ уға сәйәси һыйыныу урыны бирергә теләгән илдәрҙә лә булыр.
Американлының белдереүенә президент Путиндың матбуғат сәркәтибе Дмитрий Песков шунда уҡ аңлатма бирҙе. Уның белдереүенсә, экс-агент АҠШ-ҡа һәм Рәсәй-Америка мөнәсәбәттәренә зыян килтермәҫкә вәғәҙә бирергә тейеш. Әйтергә кәрәк, Сноуден үҙенең Америка патриоты булыуын һәм Ватанына зыян килтерергә йыйынмауын раҫланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий