пятница, 12 июля 2013 г.

Мексика һимерә һәм АҠШ-ты уҙып бара.


Мексика һимеҙ кешеләрҙең һаны буйынса АҠШ-ты уҙып киткән. Хөкүмәт саң ҡаға, милләтте һауыҡтырыуға йүнәлтелгән махсус программалар индерергә уйлай. БМО-ның һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, мексиканлыларҙың 32,8 процентына “һимереү” диагнозы ҡуйылған, АҠШ-та бындай кешеләрҙең һаны 1 процентҡа кәмерәк. Дөйөм алғанда, Мексика халҡының 70 проценты был бәләгә дусар булған.
“Төп сәбәп дөрөҫ туҡланыуҙың боҙолоуында. Мәҫәлән, Мексика- газлы эсемлектәрҙе иң күп ҡулланған ил, йылына һәр кешегә 163 литр тура килә. Икенсе сәбәбе- традицион ашамлыҡтарҙан баш тартыу һәм түбән сифатлы калориялы аҙыҡ (fast food) ҡулланыу,-ти ҡулланыусылар йәмғиәте вәкиле Алехандро Сальвийо.
Күп диетологтар 2009 йылдан алып һимереү мәсьәләһенең эпидемияға оҡшаш ҡырҡыу төҫ алыуына иғтибарҙы йүнәлтә. Һимереү диабет ише ауырыуҙарҙы барлыҡҡа килтерә, шуға күрә мексиканлылар араһында ауырып врачҡа мөрәжәғәт итеүселәр күбәйә бара.
“Беҙ шундай сиктә торабыҙ,-ти туҡланыу мәсьәләләре буйынса эксперт доктор Абелярдо Авила,- йә был проблеманы хәл итәбеҙ, йә һаулыҡ һаҡлау системаһы коллапсы арҡаһында илде юғалтасаҡбыҙ. Улар үҙ-ара бәйләнгән. Бөгөн беҙ шуны әйтә алабыҙ: был проблема милли именлек өлкәһенә барып тоташа.”
Хөкүмәт программалары Мексикалағы һимереү мәсьәләһен яйға һала алырмы? Һимереү арҡаһында барлыҡҡа килгән ауырыуҙарҙан уҙған йыл ил иҡтисады күргән ҡаза 5 миллиард долларҙан ашып киткән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий