пятница, 12 июля 2013 г.

Cноуден хоҡуҡ һағында тороусыларҙы йыя.


Америка махсус хеҙмәттәренең элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден тынлыҡты боҙорға уйлай күрәһең. Йома кис Мәскәүҙең Шереметьево аэропортында ул хоҡуҡ һаҡлау ойошмалары вәкилдәре менән осрашырға ниәтләй.
Рәсәй властарының рәсми версияһы буйынса, Гонконгтан Мәскәүгә килгәндән алып тап ошонда, транзит зонаһында ул бер нисә аҙна үткәргән. Осрашыуға Рәсәйҙең Human Rights Watch вәкилдәре, Amnesty International, Transparency International, БМО дипломаттары, кеше хоҡуҡтары буйынса вәкилдәр, билдәле адвокаттар һәм Дәүләт Думаһының ҡайһы бер депутаттары саҡырыу алған.

Бынан алда Эдвард Сноуден Венесуэла хөкүмәтенән сәйәси һыйыныу урыны бирергә ризалыҡ алғайны. Был турала ил президенты Николас Мадуро белдереү яһаны. Әлегә Сноуден саҡырыуға бер нисек тә яуап бирмәне.

Комментариев нет:

Отправить комментарий