четверг, 11 июля 2013 г.

Грецияла дәүләт телевидениеһы икегә бүленде.


Грецияның дәүләт телевидениеһы көтмәгәндә үҙ эшен ҡайтанан башланы. Бөгөн иртән экономия маҡсатында бер ай элек ябылған элекке ERT дәүләт каналы йышлығында көтмәгәндә яңы телевизион картина барлыҡҡа килде: 60-сы йылдарҙың нәфис фильмдары һәм яңы телеканалдың логотибы: EDT, йәғни, Греция ижтимағи телевидениеһы.

ERT-ның элекке хеҙмәткәрҙәре асыулы.

“Был- ERT-ның пират версияһы,-ти журналист Никос Цимпидас.-Законһыҙ ялған нәмә. Беҙ шуға ышанабыҙ: ERT шәхси капиталдыҡы һәм пираттарҙыҡы түгел, хеҙмәткәрҙәрҙеке һәм халыҡтыҡы булырға тейеш.”

“Грецияның телекоммуникациялар буйынса комиссияһы лицензияһына эйә булған ундай телекоммуникация компанияһы юҡ, шуға күрә был законһыҙ тапшырыу,-”ти ERT-ның элекке техник хеҙмәт директоры Никос Михалицис.

Әлеге мәлдә элекке ERT дәүләт телеканалының бөтә техник биналары эштән ебәрелеүҙәренә асыуҙары килгән хеҙмәткәрҙәр ҡулында, шуға ла яңы канал тапшырыуҙарын Афина ситендәге Пейаниянан, полиция һағы аҫтындағы шәхси Mega телекомпанияһынан эфирға сығара. Хөкүмәт яңы дәүләт телеканалы төҙөлөүгә бер ниндәй ҙә аңлатма бирмәне.

“ERT телекомпанияһы хеҙмәткәрҙәре әле булһа үҙ эшен дауам итә. Уларҙың әйтеүенсә, EDT законһыҙ һәм дәүләт аҡсаларын юҡҡа ғына сарыф итә. Улар бөтә законлы методтар менән дә көрәшергә мәжбүр”,- тип хәбәр итә Афинанан Евроньюс хәбәрсеһе Николета Друга.


Комментариев нет:

Отправка комментария