четверг, 11 июля 2013 г.

Британия: ижтимағи канал мосолмандарҙы намаҙға саҡыра.


Британияның Chanel 4 ижтимағи каналы мосолмандарҙы намаҙға саҡыра- был клип Рамаҙан айы бөткәнсе көн һайын эфирға сығарыласаҡ. Каналдың ҡарарын Бөйөк Британияла төрлөсә ҡабул иттеләр. Әммә Chanel 4 үҙ ҡарарының дөрөҫлөгөнә шикләнмәй. Мәғлүмәт программалары каналы директоры Ральф Ли һөйләй:

“Бөйөк Британиялағы иң ҙур общинаға иғтибарҙы йәлеп итмәксебеҙ. Илебеҙҙә 3 миллион самаһы мосолман йәшәй. Беҙ эшләгән нәмәләр Рамаҙан айында мосолмандарҙың нимә кисереүен аңларға ярҙам итәсәк.”

Бөйөк Британияла Chanel 4 индергән яңылыҡ диндәр араһындағы мөнәсәбәттәрҙең ҡырҡыулашыуы фонында бара. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 22 майҙа Лондонда сығышы менән Нигериянан булған әҙәм хәрби хеҙмәткәр Ли Ригбиҙы үлтерҙе һәм шунан һуң исламға ҡаршы сығыштар башланды.

Һүҙ Лондон кешеләренә:

“Уйлауымса, мосолман булмағандар был идеяға ҡаршы буласаҡ...Дөрөҫ булмаһа ла, илдә ислам көсәйә тип уйлауҙары ихтимал. Бында эштең икенсе яғы бар- күп мосолмандар быны провокация рәүешендә ҡабул итә, клип өсөн ваҡыты ла дөрөҫ һайланмаған.”

“Хатта минең илемдә, Бангладешта, күпселек каналдар намаҙға саҡырыуҙы бирмәйҙәр. Был яҡшы идея. Мосолмандарҙа ул ышаныс тыуҙырасаҡ.”


Ҡушма Короллектең Бойондороҡһоҙлоҡ фирҡәһе евроскептиктары каналдың намаҙға саҡырыуҙы трансляциялауын маҡсатҡа ярашлы түгел, провокацион тип атаны. Британия мосолмандары Советы иһә каналдың сәйәсәтен хупланы.

Комментариев нет:

Отправить комментарий