среда, 10 июля 2013 г.

Рәсәй Сүриә баш күтәреүселәрен химик ҡорал ҡулланыуҙа ғәйепләй.


2013 йылдың 19 мартында Сүриәнең Алеппо ҡалаһы янындағы Хан-әл-Асалелә паралитик зарин газын ҡулланыу - баш күтәреүселәрҙең эше. Рәсәйҙең БМО-лағы даими вәкиле Виталий Чуркин шишәмбе көн шундай белдереү яһаны. Ул Рәсәй эксперттарының ваҡиғалар булған урындан алынған өлгөләрҙе тикшереүе һәм заринлы снарядтың сәнәғәттә етештерелмәүе хаҡында белдерҙе.
Чуркин йәнә шул турала белдерҙе: Рәсәй белгестәренең һығымталары БМО генераль сәркәтибе Пан Ги Мунға тапшырылған.
“Әлбиттә, беҙ был эште күҙәтеп торасаҡбыҙ. Химик ҡорал бер ҡайҙа ла- Сүриәлә лә, башҡа илдәрҙә лә ҡулланылырға тейеш түгел, тип иҫәпләйбеҙ. 19 марттағы Алеппо янындағы ваҡиғаның тейешенсә тикшерелмәүе үкенесле,-”тине Чуркин.
Элегерәк БМО-ның Тәфтиш комитеты аныҡ ҡына ниндәй ҡорал һәм ниндәй матдәләр кем тарафынан ҡулланылыуын әйтә алмауын белдергәйне.
Башында АҠШ торған ҡайһы бер Көнбайыш илдәре раҫлауынса, химик ҡоралды Сүриәнең хөкүмәт ғәскәрҙәре ҡулланған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий