среда, 10 июля 2013 г.

Берләшкән Ғәрәп Әмираты һәм Сәғүд Ғәрәбстаны Мысырға ярҙам итәсәк.


Мысырҙың яңы премьер-министры итеп Хазем әл-Библауи тәғәйенләнгән. Либерал ҡарашлы билдәле иҡтисадсы 2011 йылда, революциянан һуң, вице-премьер һәм финанс министры вазифаһын биләне. Әммә хәрбиҙәрҙең ҡаты эш итеүенә ҡаршылыҡ йөҙөнән оҙаҡламай отставкаға китте.
Халыҡ-ара мәсьәләләр буйынса вице-президент креслоһын сит илдәрҙә иң билдәле Мысыр сәйәсмәне Мөхәммәт әл-Барадеи биләйәсәк. Әл-Барадеи МАГАТЭ-ға етәкселек иткәйне һәм Нобелдең тыныслыҡ  премияһы менән наградланғайны. Тәүҙә ул премьер булыуы мөмкин, тип хәбәр иткәйнеләр, әммә салафиттарҙың радикаль “Ән-Нур”фирҡәһе уның кандидатураһына риза булманы. Исламистар араһында уны дини даирәләрҙән артыҡ алыҫ тора, тип иҫәпләйҙәр.

Мысыр хөкүмәтен, 5 миллиард доллар бүлеп, Сәғүд Ғәрәбстаны һәм Берләшкән Ғәрәп әмираттары яҡларға булды. Һуңғыһының финанс ярҙамы 3 миллиард доллар буласаҡ.

Комментариев нет:

Отправить комментарий