Ливанда террористик акт
мосолмандар өсөн изге булған Рамаҙан айының йәмен ебәргән. Ливан баш ҡалаһы
Бейрутта, шартлатҡыс тултырылған автомобиль шартлауы арҡаһында, кәм тигәндә 18 кеше
яраланған. Һәләк булыусылар хаҡында мәғлүмәттәр юҡ. Шартлау Ливан баш ҡалаһының
көньяғындағы Бир әл-Әбед районында, ҙур сауҙа үҙәге алдында булған.
Көньяҡ Бейрут тәүге тапҡыр
ғына һөжүмгә дусар түгел. Майҙа ҡалаға ике ракета ебәрелгәйне.
Бир әл-Әбед районы “Хезболлах”контроле
аҫтында. Шиғий мосолмандарын берләштергән был ойошма- Ирандың традицион
союздашы, ул Сүриә конфликтында Сүриә президенты Бәшәр Асад яғында сығыш яһай.
Майҙа “Хезболлах”үҙенең ағзалары Сүриәләге хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуын һәм
хөкүмәт ғәскәрҙәре яғында алышыуын раҫланы.
Комментариев нет:
Отправить комментарий