вторник, 9 июля 2013 г.

Мысыр: яңы властар 2014 йылда һайлауҙар вәғәҙә итә.


Мысырҙың вазифаһынан бушатылған президенты Мөхәммәт Мөрси яҡлылар ҡаты тора: дүшәмбе 50-нән ашыу кешенең һәләк булыуына ҡарамаҫтан, улар ҡаршылыҡ акцияларын һәм ултырған килеш забастовкаһын дауам итә. Илдең яңы властары кисекмәҫтән парламент һайлауҙарына әҙерлек башларға һәм һайлауҙарҙы 2014 йылдың башында үткәрергә вәғәҙә итте. Әммә улар ҡырҡыулашҡан хәлде төҙәтә алманы: мосолман-туғандар армияны үлтерештә һәм фальсификацияларҙа ғәйепләй, “үҙ президенттарын” ҡайтарыуҙы талап итә:
“Хәрбиҙәрҙең матбуғат конференцияһында һөйләгән хәбәрҙәре- уйҙырма һәм ялған! Мысырҙың революция хәрәкәтендә ҡатнашҡан һәр кем армия конференцияһында күрһәтелгән кадрҙарҙы таныясаҡ- был видео йыл ярым элек Абассияла революцияла ҡатнашыусы һуғышсыларҙың хәрбиҙәр менән бәрелешен һүрәтләй.”
Дүшәмбе дәүләт телевидениеһы аша күрһәтелгән ул кадрҙар хәрбиҙәрҙең версияһын раҫлауға йүнәлтелгән- имеш, дүшәмбе “террористар төркөмө” Мөрси бикләнгән Республика гвардияһы бинаһын штурм менән алырға уйлаған, ә армия һәм полиция уларға ҡаршы торорға мәжбүр булған. Ә “Мосолман туғандар”ҙың раҫлауынса, хәрбиҙәр һәм полицейскийҙар бер сәбәпһеҙгә демонстрацияла ҡатнашыусыларға ҡаршы ут асҡан.

 Исламистар Мысырҙың ваҡытлы президенты Адли Мансурҙың отставкаға китеүен талап итә һәм үҙҙәре яҡлыларҙы баш күтәрергә саҡыра.


Комментариев нет:

Отправить комментарий