понедельник, 8 июля 2013 г.

Болгарҙар хөкүмәттең отставкаға китеүен талап итә.


Болгария баш ҡалаһы Софияның Министрҙар советы бинаһы алдында демонстрацияға бер нисә йөҙ кеше йыйылды. Улар башында Пламен Орешанский торған хөкүмәттең отставкаға китеүен талап итте.

 Өс тиҫтә самаһы кеше ил президенты канцелярияһы алдында ла митинг үткәрҙе.  Ҡаршылыҡ акцияларының башланыуына өс ай элек популяр булмаған медиамагнаттың милли именлек хеҙмәте башлығы итеп тәғәйенләнеүе сәбәпсе булды.

Комментариев нет:

Отправить комментарий