понедельник, 8 июля 2013 г.

Стамбул халҡы үҙен ҡыуған полициянан көлдө.


Хөкүмәткә ҡаршы демонстрацияға сыҡҡан меңдәрсә кеше йәкшәмбе көн Стамбулдың Беренсе газ фестиваленә йыйылды. Сараның атамаһын, күптән түгел полицияның манифестацияла ҡатнашыусыларҙы йәш ағыҙыусы газ ярҙамында ҡыуып таратыуын иҫләп, көлкөгә һабыштырып уйланылар.
Һыу атҡыстарҙы һәм газ гранаталарын ҡағыҙҙа йәки картонда күреп, халыҡ ҡоттары осҡан кеүек ҡыланды, ҡурҡҡан булып, төрлө яҡҡа һибелде.
Акцияла ҡатнашыусылар һөйләй:
“Беҙ бында йыл һайын үткәрелә торған газ фестиваленә йыйылдыҡ. Һуңғы ваҡиғаларҙы, беҙгә нисек баҫым яһалыуын иҫләйбеҙ. Мин азатлыҡты яҡлаусы плакат һайланым. Һәр кешенең башҡаларҙы борсомай ғына асыҡтан-асыҡ үҙ фекерен белдерергә мөмкинлеге булырға тейеш.”
Стамбул халҡы хөкүмәткә ҡаршы лозунгылар ҡысҡырҙы, ҡулдан яһалған бәләкәй генә баррикадаларға күтәрелде һәм властарҙың уларҙы бер нисек тә ҡурҡыта алмаясағын күрһәтергә тырышты.


Комментариев нет:

Отправить комментарий