понедельник, 8 июля 2013 г.

Венесуэла һәм Никарагуа Сноуденды һыйындырырға әҙер.



 Латин Америкаһының ике иле - Венесуэла һәм Никарагуа -Эдвард Сноуденға һыйыныу урыны бирергә әҙер. Хәбәр итеүҙәренсә, улар ҮРИ-ның ҡасҡын хеҙмәткәренән запрос алған һәм уны ҡәнәғәтләндерергә риза булған.
 Венесуэла лидеры Николас Мадуро Сноуденды “Боливар һәм Чавес Ватанында”сәләмләргә һәр саҡ әҙер булыуын һәм,“Төньяҡ Америка империалистары эҙәрлекләүенән яҡлау өсөн”, һыйыныр урын бирергә әҙер тороуын белдергән.
Никарагуа президенты Даниэль Ортега хәбәр итеүенсә, уның иле “һыйыныу урын алыу хоҡуғына хөрмәт менән ҡарай”һәм шатланып Сноуденды үҙендә ҡабул итергә әҙер.
Ләкин проблема шунда: шпион селтәрен асыусыға Мәскәүҙән, ә ул, моғайын, әле булһа унда, нисек итеп Көньяҡ Америкаға барып етергә.
Европаны үтеү ҡатмарлы буласаҡ: бынан алда ғына бер нисә Европа иле, бортында Сноуден булыуға шикләнеп, Боливия президенты самолетына үҙенең һауа киңлектәрен япты.
Ирландия властары иһә, йыш ҡына Мәсәүҙән Америкаға юлланған самолеттар шунда заправкаға туҡтай, Сноуден улар территорияһында була ҡалһа, ҡулға алырға әҙер тороуҙарын белдергән.



Комментариев нет:

Отправить комментарий