пятница, 5 июля 2013 г.

Венесуэла президенты Испания менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарарға ниәтләй.


Латин Америкаһы илдәре Эдвард Сноуден тирәһендәге ваҡиғаларға асыуҙары килә- Боливиялағы Латин Америкаһы саммитында ҡатнашыусылар шул турала һөйләй. Мәҫәлән, Венесуэла президенты Николас Мадуро, бортта Сноуден булыуына шикләнеп, Боливия президенты самолетына һауа киңлектәрен япҡан илдәрҙе тәнҡитләп сыҡты:
“Испания хөкүмәте кәмһетеүгә лайыҡ, Мариано Рахой администрацияһы бахыр хәлендә. Мин үҙ һүҙҙәрем өсөн яуап бирәм. Беҙгә Испания менән мөнәсәбәттәрҙе ҡайтанан ҡарарға кәрәк- Испания етәкселеге менән, әммә испандар менән түгел. Испандар Эво Моралес һәм Сноуден менән теләктәш. Испания хөкүмәте иһә үҙен түбән тотто.”
Боливияның үҙендә Мәскәүҙән осҡан самолетҡа юлды япҡан Испания, Франция һәм Португалия илселектәре алдында ҡаршылыҡ акциялары туҡтамай. Был ваҡиға арҡаһында Боливия лидеры Эво Моралесҡа Венала туҡталырға һәм 14 сәғәткә һуңлап ҡайтырға тура килә.
Моралес, үҙе белдереүенсә, юридик юлдар менән халыҡ-ара хоҡуҡтарҙың үтәлеүен талап итергә ниәтләй. Мәскәү быны Рәсәй һәм Боливияға ҡарата “дуҫтарса булмаған аҙым” тип баһаланы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий