четверг, 1 августа 2013 г.

Буэнос-Айрес ҡурсаулығы ут эсендә.


Аргентина баш ҡалаһы Буэнос-Айрестың иң мөһим ҡурсаулығы- “йәшел үпкәһе”-ут эсендә, уға юҡҡа сығыу ҡурҡынысы янай.
Урыны-урыны менән ялҡын телдәре 10-ар метрға күтәрелә. Ут менән 8 янғын һүндереү бригадаһы көрәшә.
Янғын башланған урын ҡала үҙәгенән бер нисә километр алыҫлыҡта ғына, уның башланып китеү сәбәбе әлегә билдәһеҙ, башҡалары менән бер рәттән махсус рәүештә ут төрткәндәр тигән версия ла ҡарала.

Ҡурсаулыҡ майҙаны- 350 гектар. Унда бик күп ҡырағай хайуандар төйәк тапҡан, ташбаҡалар, кеҫәрткеләр һәм йыландар ҙа бар. Ҡорбандар һәм зыян күреүселәр хаҡында әлегә хәбәрҙәр юҡ, әммә ҡурсаулыҡтың флораһы һәм фаунаһы ҙур зыян күреүе ихтимал, тип иҫәпләйҙәр.

Комментариев нет:

Отправить комментарий