четверг, 1 августа 2013 г.

Эдвард Сноуден Рәсәй территорияһына аяҡ баҫты.


ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре Эдвард Сноуден Шереметьево аэропортының транзит зонаһынан китте һәм әлеге мәлдә Рәсәй территорияһында.

АҠШ-та шпионлыҡта һәм милли именлеккә бәйле йәшерен мәғлүмәтте асыуҙа ғәйепләнгән Сноуденға Рәсәйҙә бер йылға йәшәү мөмкинлеге бирелгән. Был турала уның адвокаты белдерҙе.


Погранконтролде үткәс, Сноудендың ҡайҙа йүнәлеүе билдәһеҙ. Адвокаты әйтеүенсә, уның йәшәгән урыны сер булып ҡаласаҡ, сөнки Сноуденды тәү сиратта үҙенең шәхси именлек мәсьәләһе борсой.

Комментариев нет:

Отправить комментарий