Самет утрауы һәм
Таиландтағы Районг провинцияһының материктағы өлөшөнөң яр буйындағы ап-аҡ
пляждар һәм зәңгәрһыу диңгеҙ ҡарайҙы. Урындағы ҡотҡарыусылар һәм үҙ ирке менән
ярҙамға килеүселәр уҙған шәмбе Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә үткәргес торбалағы
һәләкәт һөҙөмтәһендә һыуға эләккән нефтте йыя. Самет утрауының көнбайыш ярҙары
һәләкәт зонаһы тип иғлан ителде. Һәләкәттән урындағы иҡтисад етди зыян күреүе
ихтимал, сөнки йыл һайын утрауға миллион самаһы турист килә.
“Был райондағы тәбиғәт
бик оҙаҡ йылдар элекке һымаҡ була алмаясаҡ,- ти бында йәшәүсе кеше.-Бик гүзәл
пляж ине. Мине был шаңҡытты.”
“Минең уйымса, һәләкәт
эҙемтәләрен бөтөрөү үтә лә яй бара,-ти бер ҡатын.-Бының урындағы туризмға
тәьҫире ҙур буласаҡ. Тиҙ арала был проблеманы хәл итмәһәк, бөтә туризм
индустрияһы зыян күрәсәк.”
Шаршамбы
Көньяҡ-Көнсығыш Азияла йәнә ошондай һәләкәт булды, уның эҙемтәләре тирә-яҡ
мөхит өсөн етдиерәк булыуы бар. Индонезия ярҙарында, яғыулыҡты танкерҙан ярға
бушатҡанда, Молукк диңгеҙенә 5,5 мең тонна нефть түгелә- был бер нисә көн элек
Көньяҡ Ҡытай диңгеҙендә түгелгәндән 100 тапҡырға күберәк. Эшкә йәһәт тотоноуға
ҡарамаҫтан, түгелгән нефттең таралыуын туҡтата алманылар.
Комментариев нет:
Отправить комментарий