понедельник, 12 августа 2013 г.

Фәләстин яғы: Израилдең ҡарары һөйләшеүҙәргә аяҡ сала.


Израилдең яңы ауылдар төҙөргә ҡарар итеүе тыныслыҡ хаҡындағы яңы һөйләшеүҙәргә аяҡ сала. Израилдең төҙөлөш һәм торлаҡ сәйәсәте министры Ури Ариэль Көнсығыш Иерусалимда һәм Иордандың Көнбайыш ярында 1200 торлаҡ төҙөргә санкция биреүен ишеткәс, Фәләстин яғы шундай һығымтаға килде.
Ариэль, “Йәһүд йорто”фирҡәһе башлығы, сираттағы Израиль-Фәләстин һөйләшеүҙәренә 3 көн ҡалғас, төҙөлөшкә ‘йәшел ут’’бирергә ҡарар итте.
“Бындай ҡарар ҡабул итеүсе кешеләр башланған һөйләшеүҙәр процесын аяҡ аҫтына һалып тапарға һәм беҙҙе унан китергә мәжбүр итергә теләй ”-тип белдерҙе Фәләстин яғынан һөйләшеүҙәр алып барыусы Сәиб Эрекат.
Үҙ сиратында Израиль премьер-министры вәкиле Марк Регев былай тип аңлатты:
“Төҙөлөш барасаҡ ерҙәр һуңғы 15 йыл эсендәге юл карталарында Израиль ерҙәре булып ҡала килде. Тыныслыҡ процесының алға китешенә йорттар төҙөү ни өсөн ҡамасаулайҙыр инде ул.”
Яҡын Көнсығышта тыныслыҡ булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр июль аҙағында Вашингтонда АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керри ҡанаты аҫтында башланды. 2010 йылдағы һөйләшеүҙәр Израилдең ауылдар төҙөү эшмәкәрлеген дауам итеүе арҡаһында туҡталып ҡалғайны.
Йәһүд ауылдары төҙөү хаҡындағы яңылыҡ Израиль тарафынан 26 фәләстин тотҡонон азат итеү тураһыдағы көтөп алынған хәбәрҙән алдараҡ килеп етте.


Комментариев нет:

Отправка комментария