ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре
Эдвард Сноудендың атаһы Рәсәйгә виза алған һәм тиҙ арала улын килеп күрергә
йыйына.
Америка махсус хеҙмәттәренең
йәшерен серҙәрен асыусы Мәскәүҙең Шереметьево аэропорты
транзит зонаһын ҡалдырып китте. Ватанында Эдвард Сноуденды суд көтә, өлкән
Сноуден уның объектив булыуына шикләнә:
“Атай булараҡ, улымдың өйөнә
ҡайтыуын теләйем, әммә суд эше бөтә американлылар өсөн нисек алып барылырға тейеш, шулай алып барылғанда ғына. Лидерҙарыбыҙҙың һәм Конгресс ағзаларының
белдереүҙәрен тыңлағанда, уларҙың яуапһыҙлығын һәм законға ҡаршылыҡлы
мөнәсәбәтен тойорға мөмкин. Мин күргәндәр сәйәси театрҙы хәтерләтә. Президенттың
матбуғат конференцияһы ла миндә ҡәнәғәтһеҙлек тыуҙырҙы. Ә мин алынған
мәғлүмәттәрҙең американлыларҙы ни ҡәҙәр хафаландырыуын ул аңлай тип уйлай инем,
артабан хәлдәр насарая ғына барасаҡ.”
1 августа Эдвард
Сноуден Рәсәйҙә 1 йылға һыйыныу урыны
алды. Адвокаттарҙың белдереүенсә, ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәре хәҙер адаптация
курсын үтергә тейеш, матбуғат вәкилдәре менән ул шунан һуң ғына аралашасаҡ.
Комментариев нет:
Отправить комментарий