вторник, 13 августа 2013 г.

Гибралтар. Сцилла һәм Харибда араһында.


Урта диңгеҙҙәге Бөйөк Британия үткәргән хәрби-диңгеҙ уйындары Мадрид һәм Лондон араһындағы территорияларға ҡағылышлы бәхәс утына май һипкән кеүек булды. Һуңғыһы “Гибралтарҙы заманында Фолкленд утрауҙарын яҡлаған һымаҡ яҡлаясағын” белдерҙе. Мадрид иһә, конфликтты хәл итеүҙә ярҙам һорап, БМО-ға мөрәжәғәт итергә йыйыныуын хәбәр итте.
Июлдә, британлылар Гибралтар тирәһендәге һыуҙарҙа яһалма риф төҙөй башлағас, хәлдәр йәнә ҡатмарланып киткәйне. Испания шунда уҡ төҙөлөштөң балыҡсыларҙың балыҡ тотоуына ҡамасаулауын белдерҙе һәм яуап саралары ҡабул итте- Испания һәм Гибралтар араһындағы машиналарҙы үткәреү пункттарындағы тығындар әллә нисә километрға һуҙылды. Өҫтәүенә Мадрид сикте үткән өсөн түләү индереү менән дә янаны.
Был сиктең ике яғындағы халыҡты ла шатландырмай:
-Улар хәҙер сик буйында машиналарға өҫтәмә тикшереү үткәрәләр. Бындай хәлдең элек булғаны юҡ ине. Юл йөрөүе ауырлашты, ни эшләйһең, эштәре шул.
-Юл йөрөү ҡатмарлашты, эшкә йөрөүселәргә бер хөрмәт тә юҡ. Беҙ, 10 мең кеше, көн һайын сик аша сығабыҙ, сөнки контракт буйынса эшләйбеҙ. Йәнә 15 мең кеше өйҙәренә ҡайта. 25 мең кеше зыян күрә тигән һүҙ!
Ике яҡ та, проблемаларҙы хәл итеү өсөн, Европа институттарын йәлеп итергә вәғәҙә бирә һәм бер-береһен берләшмә закондарын боҙоуҙа ғәйепләй. Үҙ сиратында Брюссель Лондон һәм Мадрид сентябргә ҡәҙәр уртаҡ тел табыр, тип өмөтләнә. Сентябргә Испания ла өмөттәрен бағлай: тап шул ваҡытта Мадрид һәм Буэнос-Айрес осрашасаҡ, ҡараласаҡ мәсьәләләрҙең береһе Лондонға ҡарата территориаль дәғүә хаҡында буласаҡ.



Комментариев нет:

Отправить комментарий