среда, 14 августа 2013 г.

Бөйөк Британия: “Ҙур Ағай” законды боҙмаҫҡа тейеш.


Бөйөк Британия территорияһында 5 миллиондан ашыу видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырылған. Улар һәр ерҙә бар. Властар камералар британлылар  артынан шпионлыҡ итеү өсөн түгел, ә уларҙы яҡлау өсөн кәрәк,тип ышандырырға тырыша.
Лондонлылар һөйләй:
“Камералар бөтә ергә ҡуйылған. Йыш ҡына уларҙы күрмәйһең дә, әммә улар һине күрә!”
“Бер яҡтан, был насар түгел, үҙеңде ҡурсаулы итеп тояһың, тик, икенсе яҡтан, һәр саҡ видеокүҙәтеү аҫтында булыу кешенең шәхси тормошона үтеп инеүгә оҡшаған.”
Big Brother Watch ойошмаһы вәкиле Эмма Карр хәбәр итеүенсә, бөтә донъялағы камераларҙың 20 проценты Бөйөк Британияла урынлаштырылған.
“Беҙгә айырым ҡағиҙәләр түгел, юридик көскә эйә булған тәьҫирле ҡануниәт кәрәк. Әгәр был ҡануниәтте боҙоусылар булһа, айырым кеше булһынмы ул, дәүләттең тышҡы күҙәтеү системаһы операторы булһынмы, уға закон алдында яуап тоторға тура киләсәк. ”
 Лондондағы хәбәрсебеҙ Али Мэй һөйләй:
 “Джордж Оруэлл үҙенең “”1984”исемле романында “Ҙур ағай күҙәтә”тип яҙғанда, Ватаны, Бөйөк Британия, донъялағы күҙәтеү камераларының биштән бер өлөшөн үҙендә файҙаланасағын, хатта күҙәтеү өсөн махсус “Видеокамераларҙы файҙаланыу өсөн ҡулланма”ны раҫлаясағын уйламағандыр ҙа әле.


Комментариев нет:

Отправить комментарий