среда, 14 августа 2013 г.

Вьетнам: бомбалар тамаҡты туйҙыра.


Бейсболкаһында “ФБРяҙыуы булыуға ҡарамаҫтан, Нгуен Ти Там АҠШ хөкүмәтенә эшләмәй, әммә тап Америка Вьетнам һуғышы ваҡытында уны эш менән тәьмин иткән, сөнки ул шартламаған бомбаларҙы эҙләй һәм аҙаҡ тимер-томорға тапшыра. Иң уңышлы көндәрҙә, ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып, 4 доллар эшләй.
“Минең бәләкәй генә дөгө баҫыуым бар, ләкин һыу булмағанлыҡтан, йыш ҡына ул сәселмәй ҡала. Аҡса табырға башҡа әмәлем юҡ. Эшемдең ни ҡәҙәр хәүефле икәнлеген белһәм дә, шөғөлөмдө ташлай алмайым. Бер туҫтаҡ дөгө өсөн бер туҫтаҡ ҡан. Йә үләм, йә ҡалам- минең яҙмышым шул,-”ти Ти Там.
Һуғыш ваҡытында АҠШ Вьетнамға 8 миллион тонна бомба ташлаған. Уларҙың өстән бер өлөшө шартламаған. Ерҙәге бомбаны ҡаҙып алырға маташып ире һәләк булғас, 27 йәшлек Ти Там 4 бала менән тороп ҡала, төпсөгөнә ул саҡ 2 аҙна  ғына була. Балаларының тамағын туйҙырыу өсөн, уға иренең һөнәрен дауам итеүҙән башҡа сара ҡалмай.
“Был эш менән шөғөлләнгән йылдарҙа мин бомбалар хаҡында барыһын да белдем. Металл эҙләүес сигнал бирә башлаһа, мин уның тауышынан уҡ бомбаның дәүмәлен белеп торам. Шартламаған бомбаларҙы 50 мең донгҡа, был ике ярым доллар була, һатырға тырышып ҡараным, әммә уларҙы хәҙер бер кем дә алмай. Әгәр ваҡытым булһа, мин саперҙарҙы саҡырам,-”тип һөйләй Ти Там.
Бомбаларҙы зарарһыҙландырыу менән быға рөхсәте булған берҙән- бер ойошма- Mines Advisory Group шөғөлләнә.
“Металл йыйыусылар- бик ҡиммәтле мәғлүмәт сығанағы. Улар көн һайын тиерлек шартламаған бомбалар хаҡында хәбәр итә,-”ти Mines Advisory Group вәкиле.
Куангчи провинцияһы һуғыш ваҡытында бомбаға ныҡ тотола. Территорияһының 90 процентында әле булһа зарарһыҙландырылмаған бомбалар һәм миналар табырға мөмкин. Был иһә Ти Там өсөн берҙән-бер килем сығанағы. Ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуйып табылған 4 килограмм металды ул 1 долларға һата.


Комментариев нет:

Отправить комментарий