пятница, 16 августа 2013 г.

Ҡаһирәлә һәләк булған исламистарҙы һәм полицейскийҙарҙы ерләйҙәр.


Мысырҙың именлек көстәре һәм элекке президент Мөхәммәт Мөрси яҡлыларҙың бәрелешендә һәләк булғандарҙың яҡындары өсөн кесаҙна Ҡайғы көнөнә әйләнде. Һәләк булыусылар йөҙҙәрсә, яралылар меңәрләгән...Бында, Ҡаһирә үҙәгендәге мәсеттә, шаршамбы көн Рабба әл-Аҙауиә майҙанында һәләк булғандарҙы һуңғы юлға оҙаталар.
-Улым Халит Әбдел Хадиға 16 йәш. Аттьяран урамында иртәнге 11 сәғәттә ул башына снайпер пуляһы тейеп һәләк булды. Хоҙайҙан үс алыуҙы һорайым. Ғәйепле хөкөм ителер. Улым йәшәүен дауам итә!
-Был кешеләр бында...Бөтә Мысыр уларҙың ҡаны менән һуғарылды. Илдең бөтә региондары ҡанға батты. Алла бойорһа, шәһит булғандарҙың ҡаны арҡаһында еңеү килер.
-Армия бит аҡсаны беҙҙән ала!  Армия һуғышты бында алып барырға тейеш түгел! Хәрбиҙәр беҙҙе ҡырырға түгел, Израиль сигендә торорға тейеш. Һеҙ, Мөрсиҙең дошмандары, йыл буйы ҡаршылыҡ акциялары үткәрҙегеҙ, әммә бындай ҡан ҡойош булманы. Ә ни өсөн Рабба әл-Аҙауиә майҙанында тик ултырып ҡаршылыҡ белдереүселәрҙең ҡаны ҡойолдо?
Ҡаһирәнең Әл-Иман мәсетендә генә лә һәләк булған 228 кешене ерләүгә әҙерләнеләр. Хәстәханаларҙа меңләгән зыян күреүсе ята. Эксперттарҙың фекеренсә, һаман дауам иткән ҡаршылыҡ илде граждандар һуғышына табан этәрә.
Шул уҡ көндө Мысырҙың баш ҡалаһында бик ҙурлап 6 полицейскийҙы һуңғы юлға оҙаттылар. Тантанала илдең ваҡытлы хөкүмәт ағзалары, мәрхүмдәрҙең туған-тыумасаһы ҡатнашты. Көс ҡулланыуҙар арҡаһында, Мысыр ҡалаларында 40-тан ашыу полицейский һәләк булған.




Комментариев нет:

Отправить комментарий