пятница, 16 августа 2013 г.

КАР Марикана шахтаһы таусыларын атыуҙы иҫкә төшөрә.


Көньяҡ Африка республикаһы йома көн Марикана шахтаһы эшселәрен атыуҙы иҫкә төшөрә. Бер йыл элек полиция, атыу ҡоралдарын ҡулланып, лайыҡлы хеҙмәт хаҡы талап иткән таусыларҙы ҡыуып таратҡайны. 34 кеше һәләк булды, 78-е тән йәрәхәттәре алды- ҡан ҡойоштоң һөҙөмтәһе шундай. 1994 йылда апартеид сәйәсәтенән баш тарҡаны бирле, халыҡ сығыштары КАР-ҙа тәүге тапҡыр шулай ҡаты баҫтырылды.
Ошо йома бер нисә сиркәү приходы менән бергә забастовка башында торған АМКУ профсоюзы бер йыл элек һәләк булған таусыларҙы хәтерләү тантанаһын үткәрәсәк.
Джон Манкинда, таусы:
“Һәләк булған коллегаларымдың күбеһе- йәштәр, минең йәштәгеләр ҙә бар ине. Уларҙы әрнеп иҫкә алам. Үҙ аҡсаларыбыҙҙы законлы рәүештә талап иттек. Эшләп алған аҡсаларын талап иткәндәрҙе ни өсөн үлтерергә кәрәктер, аңлай алмайым.”
 Андерсон Ка-Ндуку, таусы: 
“Томошобоҙ элеккесә ауыр. Элек нисек йәшәһәк, әле лә шулай йәшәйбеҙ. Коллегаларым һәләк булғаны бирле, бер нәмә лә үҙгәрмәне. Хатта хеҙмәт хаҡыбыҙ ҙа шул уҡ. Тейешлеһен түләмәйҙәр беҙгә.”
Ошо йоманы КАР президенты Джейкоб Зума бер йыл элек булғандар хаҡында уйланып үткәрергә саҡырҙы. Иҫтәлекле сарала дәүләт башлығының ҡатнашасағы билдәле түгел.
Марикана шахтаһы ваҡиғаларына йыл тулғанда, властар рәсми рәүештә былтыр таусыларҙың сығыштарын ойошторған АМКУ профосюзын таныны.



Комментариев нет:

Отправить комментарий