воскресенье, 18 августа 2013 г.

Невада күгендә осоусы тәрилкәләр юҡ.


АҠШ хөкүмәте рәсми рәүештә йәшерен “51-се зона”барлығын таныны. Үҙәк разведка идаралығы йомаҡты систе: баҡтиһәң, Невада штатындағы хәрби базала яңы быуын самолеттарына һынау үткәрелгән. Ведомствоның докладында “һалҡын һуғыш”осоронда, 1954 йылдан 1974 йылға ҡәҙәр, U-2 һәм A-12 разведка самолеттарын төҙөү проекттары хаҡында мәғлүмәттәр бар.
Именлек агенствоһы вәкиле Джефри Ричелсон “51-се зона сере”үтә лә ябай икәнлеген аңлатты:
“Моғайын, проект етәкселәре үҙҙәренең һынауҙары хаҡында Советтар Союзының белеп ҡалыуын теләмәгәндер. Сер асылмаһын өсөн, һынауҙарҙы ла аулағыраҡ ерҙә үткәрергә тырышҡандар.”
Элегерәк йәшерен полигондың булыуы сер итеп һаҡланған. Объекттың йәшерен булыуы, имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙырған, тиҫтә йылдар буйы ул хәбәрҙәр байытыла барған.
1950 йылдарҙа 20 километр бейеклектә осош булыуын күҙ алдына ла килтереп булмаған. U2 самолетының ҡанаттары, ҡояшта сағылып, йыһан киңлегендә хәрәкәт итеүсе утлы шарҙы хәтерләткән- Невада күгендәге осоусы тәрилкәләр хаҡында легендалар шулай барлыҡҡа килгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий