Мысырҙағы сыуалыштар
барышында уның мәҙәни мираҫы ла юҡ ителә. Элекке президент Мөрси яҡлыларҙың
Ҡаһирәләге лагерҙарын ҡыуып таратҡандан һуң, илдә боларыш, көс ҡулланыуҙар
башланды, айырым алғанда, вәхшиҙәр һәм мародерҙар Малави ҡомартҡылар музейын
таланы. Илдә тәртип булдыра алмайҙар.
“Күп мысырлылар,
әйтерһең, аҡылдан шашҡан,-ти археолог.-Улар бөтә ерҙә ҡомартҡылар эҙләй:
йорттары аҫтында ҡаҙыналар, археологик ҡаҙыныуҙар булған ерҙәрҙә артефакттар
эҙләйҙәр.”
Малави музейында
саркофагтар емерелгән, бик күп ҡомартҡылар урланған, ә ҡайһы берҙәренең
ярсыҡтары ғына ятып ҡалған.
“Уйлауымса, 500 самаһы
экспонат етешмәй. Мысыр музейы һөжүмгә дусар булғас, юғалтыуҙар 50 тирәһе ине.
Күҙ алдына килтереп ҡарағыҙ әле, хәҙер ул 10 тапҡыр күберәк,-”ти археолог.
Музейҙарҙы талау шуны
күрһәтеп тора: Мысырҙың байтаҡ ҡалаларында именлек юҡ. Унда полиция урамдарҙан
киткән тиерлек. Белгестәрҙе Мысырҙың мәҙәни мираҫы яҙмышы борсой.
Комментариев нет:
Отправить комментарий