среда, 28 августа 2013 г.

Сүриә кемдәргә ҡаршы тоторға тейеш буласаҡ?


Сүриәгә ҡаршы хәрби опреация яҡын көндәрҙә башланып китеүе ихтимал. АҠШ-тың Сүриәгә яҡын ғына бер нисә базаһы урынлашҡан, уларҙың һәр береһендә тиҫтәләгән самолет, Ҡыҙыл диңгеҙҙә- Harry Truman авианосецы, Ғәрәп диңгеҙендә- Nimitz, ҡанатлы ракеталар менән эсминецтар Урта диңгеҙгә яҡынлаша.
Ниндәй илдәр Сүриәгә яза бирергә ашҡына һуң? Улар- АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Төркиә һәм Германия.
Рәсәй, Ҡытай һәи Иран ҡораллы ҡыҫылышҡа ҡаршы.
БМО, НАТО һәм Ғәрәп дәүләттәре Лигаһы БМО эксперттары эшенең һөҙөмтәһен көтөргә, һуғыштан тыйылып торорға саҡыра.
Вашингтон Иордания территорияһындағы диңгеҙ пехотаһы спецназы төркөмөн 1 000 кешегә еткерҙе. Бында шулай уҡ “Пэтриот” һауа һөжүменән һаҡланыу системаһы һәм F-16 истребителдәре урынлаштырылған.
Шулай итеп, көстәр шулай бүленгән: Америка авиацияһы Төркиә һәм Иорданияла урынлашҡан, Хәрби-Диңгеҙ көстәре-Ҡыҙыл диңгеҙҙә. Британия Хәрби Һауа көстәре  Кипрҙағы Акротириҙа урынлашҡан. Француздарҙың Хәрби-Диңгеҙ флоты флагманы “Шарль де Голль” авианосецы ла һуғышҡа әҙерләнә. Уның бортындағы экипаж 2 000 кешенән тора, бынан тыш бронетранспортерҙарҙа 800 йәйәүле һалдат бар. “Шарль де Голль” Тулонда әҙер генә тора. Француз частары Фарсы ҡултығында - Берләшкән Ғәрәп Эмираттары территорияһында ла бар. “Мираж”дар “Тыныслыҡ лагеры”тип аталған Абу- Дабиҙағы француздарҙың базаһынан хәрби осоштарға әҙер.


Комментариев нет:

Отправить комментарий