среда, 28 августа 2013 г.

Ҡытай коррупция менән көрәшә.


Бөйөк Британия гражданины һәм уның корпоратив тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнгән американлы ҡатыны законһыҙ рәүештә ҡытай граждандарының адрестарын, ғаилә ағзаларын һәм милкен дә индереп,  шәхси мәғлүмәттәрен йыйған һәм һатҡан өсөн ҡулға алынған. Полиция хәбәр итеүенсә, уларҙы юғары вазифалы чиновниктар һәм коммунистар фирҡәһе ағзалары айырыуса ныҡ ҡыҙыҡһындырған. Ҡулға алынған Питер Хамфри, элекке журналист, Шанхайҙа консалтинг фирмаһы асҡан, шунда уҡ ҡатыны генераль директор булып эшләгән:
“Ваҡыты-ваҡыты менән, мөмкинлегебеҙҙән файҙаланып, законһыҙ рәүештә шәхси мәғлүмәттәр йыйҙыҡ. Мин быға үкенәм һәм Ҡытай хөкүмәтенән ғәфү үтенәм,-”ти ул.
Хамфри фирмаһы Британияның GlaxoSmithKline корпорацияһы менән хеҙмәттәшлек иткән. Ирле-ҡатынлы был әҙәмдәрҙе ҡулға алыу был фармацевтика гигантының финанс енәйәттәрен тикшереү менән бәйле булыуы ихтимал. Ҡытай полицияһы ошо йылдың июлендә GlaxoSmithKline корпорацияһын продукцияһының үтемлелеген тәьмин итеү маҡсатында ҡытай врачтарын һәм чиновниктарын һатып алыуҙа ғәйепләгәйне.

/Консалтинг фирмаһы- етештереүселәргә, һатыусыларға, һатып алыусыларға төрлө иҡтисади, финанс мәсьәләләре буйынса консультациялар биреүсе; тауар, хеҙмәт күрһәтеү, инновациялар баҙарын тикшереү һәм күҙаллау эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе махсус компания./

Комментариев нет:

Отправить комментарий