вторник, 27 августа 2013 г.

Калифорнияла янғындар: ағастар һәм һыу өсөн көрәш.


Американың Калифорния штатындағы Йосемит Милли паркы территорияһының 6 мең гектарҙан ашыу территорияһын ялмап алған утты янғын һүндереүселәр әлегә еңә алманы. Сан-Франциско тотонған һыуҙың 85 процентын тәьмин иткән һыу резервуарын көл ҡаплай. Ҡала властары әйтеүенсә, улар һыуҙы ағыҙып, таҙалығын тикшереп тора.
“Һыу мәсьәләһе борсой, сөнки бер-ике айҙан ҡыш киләсәк, ташҡындар бөтә был көлдө, янғын ҡалдыҡтарын һыуға ағыҙасаҡ. Һыу бысранасаҡ, ә был бик насар. Янғын һүндереүселәр, ул хәлдән ҡотолоу өсөн, барыһын да эшләй,-”ти Калифорния шататы губернаторы Джерри Браун.
Эҫе көндәр, көслө ел, Йосемити паркының ҡатмарлы ландшафты ҡурсаулыҡтың ғорурлығы булған меңәр йыллыҡ секвойяларҙы ҡотҡарырға тырышҡан янғын һүндереүселәрҙең эшен ауырлаштыра. Калифорния властарының мәғлүмәттәре буйынса, штатта ҡоторонған янғындарҙың 15 процентын ғына контролдә тотоуға ирешелгән.


Комментариев нет:

Отправить комментарий