суббота, 3 августа 2013 г.

Сноуден илде дөрөҫ һайламаған, тип иҫәпләй Людмила Алексеева.


 Эдвард Сноуденға Рәсәйҙә һыйыныу урыны биреү ил граждандарында ҡаршылыҡлы хистәр уятты. Йәмәғәтселек фекере фонды мәғлүмәттәре буйынса, һорашылған кешеләрҙең 18 проценты ғына уның кем икәнлеген, ни өсөн Америка властарынан ҡасыуын яҡшы белә. Рәсәйлеләрҙең 27 проценты Сноуденды “беҙҙең заман геройы” тип атаны һәм 60 проценты ҮРИ-ның элекке хеҙмәткәрен Америкаға тотоп биреүгә ҡаршы.
Мәскәү Хельсинки төркөмө етәксеһе Людмила Алексеева Рәсәйҙең Сноуденға һыйыныу урыны биреүен хупланы, әммә ҡасҡындың һүҙ ирке һәм мәғлүмәт алыу мөмкинлеге АҠШ-тан күпкә кәмерәк булған илде һайлауын да әйтеп үтте:
“Уға һыйыныу урыны биреүҙәрен хуплайым, тик Сноудендың үҙен ҡыҙғанам, сөнки ул Америка граждандарының мәғлүмәт алыу хоҡуғы өсөн көрәште, ә был йәһәттән Рәсәйҙәге хәлдәр Америкалағыға ҡарағанда ауырыраҡ Ул американлы идеалистыр, тип уйлайым.”


Комментариев нет:

Отправить комментарий