суббота, 3 августа 2013 г.

Джон Керриҙың һүҙҙәре Мысыр халҡының асыуына тейҙе.


Властан алынған Мысыр президенты Мөхәммәт Мөрси яҡлы меңләгән кеше Ҡаһирә урамдарына сыҡты. Демонстрацияла ҡатнашыусылар үҙҙәренең лидерын азат итеүҙе талап итә һәм АҠШ-тың дәүләт сәркәтибе Джон Керриҙың белдереүенә ҡаршы сыға. Бынан алда Американың тышҡы сәйәсәт ведомствоһы етәксеһе хәрбиҙәрҙең Мөрсиҙе властан алыуы Мысырҙа демократияны тергеҙеүе һәм исламизм хаосына батыуҙан хәүефләнгән халыҡтың теләктәренә яуап биреүе хаҡында белдергәйне.
Джон Керри һәм Америка- түңкәрелеш яһауҙа ҡатнашыусылар. Улар уны планлаштырҙы һәм үткәрҙе. Керриҙан тағы нәмә көтәһең инде?-”тип асыулана демонстрацияла ҡатнашыусы.
Мысырҙағы сәйәси ҡаршылыҡ һуңғы аҙнала көсәйә төштө. Ял көндәрендә армия һәм “Мосолман туғандар”хәрәкәте ағзалары араһындағы бәрелештәрҙә 80 самаһы кеше һәләк булды.


Комментариев нет:

Отправить комментарий