пятница, 30 августа 2013 г.

Ватикан һәм Иордания Сүриә мәсьәләһен тыныс юл менән хәл итеү яҡлы.


Рим папаһы Франциск һәм Иордания короле Абдалла II Сүриә конфликтын тыныс юл менән хәл итеү яғында сығыш яһаны. Улар кесаҙна Ватиканда осрашты.
 “Халыҡ-ара йәмәғәтселек ярҙамында Сүриә халҡының бөтә вәкилдәре араһындағы диалог һәм һөйләшеүҙәр- конфликтҡа сик ҡуйыуҙың берҙән-бер юлы,-”Изге Престолдың матбуғат хеҙмәте понтифик һәм Иордания монархының ошо һүҙҙәрен еткерҙе.
Әңгәмә барышында Яҡын Көнсығыштағы мәсьәләләрҙе тыныс юл менән хәл итеүгә, айырым алғанда, Израиль һәм Фәләстин араһындағы һөйләшеүҙәрҙе ҡайтанан башлауға ҙур иғтибар бирелде.


Комментариев нет:

Отправить комментарий