пятница, 30 августа 2013 г.

Бөйөк Британия, интервенциянан баш тартыу АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫ, тип өмөтләнә.


Бөйөк Британия етәкселеге, парламенттың Сүриәгә баҫып инеүҙән баш тартыуы АҠШ менән мөнәсәбәттәрҙе боҙмаҫ, тип өмөтләнә.
Британия премьер-министры Дэвид Кэмерон, Вашингтон быны аңлап ҡабул итер тип ышана һәм ғәфү үтенеүҙәр артыҡ булыр, тип иҫәпләй.
Минең уйымса, американлылар һәм президент Обама был аҙымды дөрөҫ аңлар. Беҙ парламенттың фекеренә ҡолаҡ һалырға тейешбеҙ, ә парламент Британияның һуғышҡа ҡыҫылыуын теләмәй. Беҙ шуға нигеҙләнеп эш итәсәкбеҙ.”
Сәйәсмәндәрҙең һүҙҙәре буйынса, тауыш биреү һөҙөмтәләренә Британия ғәскәрҙәренең Афғанстан һәм Ирактағы тәжрибәһе тәьҫир иткән.
 Эд Миллибенд, Бөйөк Британия парламент оппозицияһы лидеры:
“Әгәр Британия ашығып, уйлап-нитеп тормай, халыҡ-ара йәмәғәтселек менән кәңәшләшмәй, БМО-ла фекер алышыуҙы көтөп тормай был һуғышҡа инеп китһә, һөҙөмтәһе илебеҙ өсөн дә, сүриәлеләр өсөн дә насар булыр ине. Беҙ Ирак һабаҡтарынан фәһем алырға тейеш.”

Нисек кенә тимә, парламенттың ҡарарын Дэвид Кэмерондың еңелеүе тип иҫәпләйҙәр. Оппозиция ғына түгел, уның менән бер фирҡәләгеләр ҙә интервенцияға ҡаршы тауыш бирҙе. Британия граждандарына килгәндә, һорашыуҙар буйынса, һуғышта ҡатнашыуҙы һәр бишенсе кеше генә яҡлай.

Комментариев нет:

Отправить комментарий