воскресенье, 1 сентября 2013 г.

Владимир Путин Сүриәлә химик ҡорал ҡулланыуҙы провокация, тип иҫәпләй.


Рәсәй президенты Владимир Путиндың фекере буйынса, Сүриә хөкүмәте химик ҡоралды ҡулланмаған, был- провокация. Рәсәй лидеры әйтеүенсә, Дамаск БМО инспекторҙарының илдә йөрөүен белә тороп үҙе ултырған ботаҡҡа балта сапмаҫ ине. Путиндың һүҙҙәре буйынса, американлыларҙың “йәшерен”дәлилдәре буш һүҙ генә:
“Хөкүмәт ғәскәрҙәре химик ҡорал ҡулланған тип иҫәпләгән һәм быны иҫбатлай алыуҙары хаҡында һөйләгән Америка коллегаларыбыҙ һәм дуҫтарыбыҙҙың позицияһына килгәндә, дәлилдәре бар икән, уларҙы БМО инспекторҙарына һәм Именлек Советына күрһәтһендәр.”
Рәсәй президенты белдереүенсә, ул Сүриә мәсьәләһе хаҡында киләһе аҙналағы Петербургтағы “Ҙур егерме”саммиты сиктәрендә, осрашыу планлаштырылмаһа ла, Барак Обама менән, сәйәсмән Обама менән түгел, ә Нобель тыныслыҡ премияһы лауреаты менән һөйлшмәксе.

Әлегә Рәсәй Урта диңгеҙҙәге үҙенең даими караптар төркөмөн көсәйтә: планлаштырылған ротациянан тыш, регионға Венесуэланан Ҡара диңгеҙ флоты флагманы- “Мәскәү”ракета крейсеры ебәреләсәк.

Комментариев нет:

Отправить комментарий