пятница, 23 августа 2013 г.

Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары: Сүриә баш күтәреүселәрен АҠШ-та һәм Иорданияла әҙерләйҙәр.


Бәшәр Асадҡа тоғро Сүриә ғәскәре американлылар һәм иорданлылар әҙерләгән ялланма һалдаттар менән алыша- Көнбайыштың киң мәғлүмәт саралары, шул иҫәптән француздарҙың “Фигаро”һы һәм Израилдең DEBKA аналитик ресурсы ошондай белдереү менән сығыш яһаны.
Был мәғлүмәттәр буйынса, көн элгәре Сүриәнең көньяғына Иордания сиге аша ике отряд үтеп ингән- йәмғеһе 550 кеше. Уларҙы Көнбайыш инструкторҙары өйрәткән һәм улар Рәсәй, Советтар заманы үрнәгендәге ҡоралдар менән тәьмин ителгән. Журналистарҙың һүҙҙәре буйынса, улар менән Хашимит короллеге территорияһынан командалыҡ итәләр.
Сүриә армияһы иһә Дамаск ситтәрен утҡа тотоуҙы дауам итә, баш күтәреүселәрҙең һүҙҙәре буйынса, ул урындарҙа химик ҡорал ҡулланылған булған. Оппозиция хөкүмәтте йөҙҙәрсә кешене, шул иҫәптән балаларҙы үлтереүҙә ғәйепләй.
Рәсми Дамаск был ғәйепләүҙәрҙән баш тарта, химик һөжүм боевиктарҙың эше тип бара.
Сит илдәрҙең әлегә кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәре юҡ. Әле Сүриәлә Оке Сельстрем етәкселегендәге БМО-ның эксперттар комиссияһы эшләй. Улар химик ҡорал ҡулланыуҙы раҫларға йәки кире ҡағырға тейеш.


Комментариев нет:

Отправить комментарий