пятница, 23 августа 2013 г.

Малайзия: туристар менән автобус упҡынға осҡан.


Малайзияла, пассажир автобусы текә ярҙан ҡолап, 37 кеше һәләк булған. Ҡотҡарыусыларҙың мәғлүмәттәре буйынса, пассажирҙарҙың күпселеге Малайзия граждандары, әммә һәләк булыусылар араһында Яҡын Көнсығыштан да бер нисә турист бар. 16 кеше яраланған һәм дауаханаға һалынған, шулар иҫәбендә Таиланд һәм Бангладеш граждандары ла бар.

 Һәләкәт илдең үҙәк өлөшөндә, баш ҡала Куала-Лумпур янындағы тауҙарҙа булған. Тәүге тикшереүҙәр буйынса, водитель руль менән идара итә алмайынса, автобус 60 метр тәрәнлектәге упҡынға осҡан.

Комментариев нет:

Отправить комментарий