пятница, 23 августа 2013 г.

Колумбия. Чирибикете милли паркы территорияһын киңәйтә.


 Уникаль тәбиғи ҡурсаулыҡ, Чирибикете милли паркы территорияһын 3 тапҡырға тиерлек киңәйтәсәк һәм 2 миллион 800 мең гектар майҙанды биләйәсәк- Амазонка йылғаһы бассейнының дымлы тропик урмандарында урынлашҡан паркка ҡарата Колумбия властары шундай ҡарар ҡабул итте. Дәүләт уны ҡаҙылма байлыҡтарҙы һәр төрлө эшкәртеүҙән һәм хужалыҡ итеү маҡсаттарында файҙаланыуҙан һаҡлай.
Колумбия баш ҡалаһы Боготала ҡурсаулыҡ территорияһын киңәйтеү хаҡындағы хәбәрҙе тирә-яҡ мөхит мәсьәләләре министры Хуан Габриэль Урибе президент һарайында тейешле документҡа ҡул ҡуйғас иғлан итте.
“Беҙ бөгөн иғлан иткән Чирибикете милли паркы майҙанын киңәйтеү Колумбия халҡының һәм бөтә кешелектең тормошо, тотороҡло үҫеше һәм именлеге ни ҡәҙәр беҙҙе борсоуын күрһәтеп тора,-“тине Урибе.

Чирибикете милли паркы 1989 йылда асыла һәм ул саҡта майҙаны 10 000 кв.км була. Ундағы урман байлыҡтарының төп хужаһы- аҫаба халыҡ- индеецтар. Ҡурсаулыҡҡа тик һауа юлы һәм йылға буйлап ҡына барырға мөмкин.

Комментариев нет:

Отправить комментарий