четверг, 22 августа 2013 г.

Рәсәй Сүриә оппозицияһының эшмәкәрлеген провокация, тип иҫәпләй.


АҠШ һәм Евроберләшмә Сүриәлә химик ҡорал ҡулланыу хаҡындағы мәғлүмәтте кисекмәҫтән тикшерергә саҡыра. Стамбулда осрашыуға йыйылған Сүриә оппозицияһы вәкилдәре лә шул турала белдерә. Уларҙың фекеренсә, Дамаск ҡалаһы ситтәрен химик матдәләр һалынған ракеталар менән утҡа тотоу артында хөкүмәт көстәре тора.
“Бөгөн булған хәлдәр менән һис кенә лә килешергә ярамай,- тип белдерҙе Сүриәнең Милли коалиция вице-президенты Сәлим әл-Меслет.-Беҙҙе бер нәмә- халыҡ-ара йәмәғәтселектең шымып ҡалыуы аптырата. Тәү сиратта, беҙ БМО инспекторҙарын режим күрһәтергә теләгән урындарға түгел, кәрәкле урындарға ебәрергә тейеш.”
Брюсселдә йыйылған Евроберләшмә ил-ағзалары сит ил эштәре министрҙарының Мысырҙағы һуңғы ваҡиғаларҙан тыш әңгәмә өсөн йәнә бер темаһы барлыҡҡа килде.
“Әгәр ҙә Сүриәлә химик ҡорал ҡулланыуы раҫланһа, был иҫ киткес факт буласаҡ,-тип белдерҙе Уильям Хейг.-Был эш өсөн яуаплы кешеләр бер көн килеп язаһын аласаҡ. Дамасктағы БМО белгестәре ул районға инеү мөмкинлеген алыр, тип өмөтләнәм.”

Рәсәй үҙ сиратында химик ҡоралдың хөкүмәт көстәре тарафынан ҡулланыуына шик белдерҙе. Мәскәү бойондороҡһоҙ тикшереү үткәрергә саҡырҙы һәм быны Женева конференцияһын йыйырға ҡамасаулар өсөн махсус рәүештә ойошторолған “провокация”тип атаны.

Комментариев нет:

Отправить комментарий