Швецияның төньяғында, Британия компанияһына был районда тимер рудаһын сығарырға ҡамасауларға
тырышып, юлдарҙы ябыусыларҙы полиция ҡыуып таратты. Ваҡиға булған урын- Йокмокктан алыҫ
түгел Каллак ҡасабаһы. Полиция вәкиленең әйтеүенсә, 8 кеше ваҡытлыса ҡулға
алынған. Урындағы саамдар, үҙҙәре әйтеүенсә, сит ил компаниялары тарафынан
болан көтөүлектәрен “колонизациялауға”ҡаршы сыға.
“Булып үткән ваҡиға
системаның нисек эшләүен күрһәтеп тора. Полиция компанияны яҡлар өсөн килде һәм
көс ҡулланды. Улар беҙҙең фекерҙе хөрмәт итмәй, беҙҙең менән нисек мөғәмәлә
иткәндәрен күреп тораһығыҙ,-”тиҙәр улар.
Төҙөләсәк рудник
саамдарҙың ике болан көтөүлеген юҡ итәсәк һәм, үҙҙәренең һүҙҙәре буйынса,
болансылыҡҡа һәм мәҙәни мираҫҡа хәүеф тыуҙырасаҡ.
Швецияла 20 мең самаһы
саам йәшәй. Ҡайһы берәүҙәрҙең әйтеүенсә, проект яңы эш урындары булдырыуға
булышлыҡ итәсәк. Шаршамбы көн унда тәүге һынау шартлатыуҙары үткәрелгән.
Комментариев нет:
Отправить комментарий