среда, 21 августа 2013 г.

Евроберләшмәләге көрсөктән Германия файҙа күрә.


“Шпигель”журналында баҫылып сыҡҡан мәҡәлә буйынса, Германия Евроберләшмләге көрсөктән файҙа күрә. Процент ставкалары буйынса түләүҙәр уға 41 миллиард “аҡса эшләргә”мөмкинлек биргән.
Ҡайһы бер илдәрҙең кредит ҡайтарыуға һәләтлегенә шикләнеп, инвесторҙар немецтарҙың дәүләт облигацияларына ябырылған. Уларға ихтыяждың ҙурлығы ФГР хөкүмәтенә юҡ ҡына процентҡа аҡса алырға мөмкинлек биргән.
Ярҙам алған илдәр аҡсаларын кире ҡайтара башлағас, проценттар иҫәбенә үҫеп, Германия ҡаҙнаһына күп миллиардлы килем керәсәк.


Комментариев нет:

Отправить комментарий