понедельник, 5 августа 2013 г.

Дания водолаздары экологик һәләкәтте булдырмаҫҡа тырыша.


Дания водолаздары ил тарихындағы иң ҙур һыу аҫты операцияһын үткәрә; унда хәрбиҙәр ҙә, ҡотҡарыу хеҙмәттәренең дайверҙары ла ҡатнаша.
Уларҙың маҡсаты- ҡытайҙарҙың Данияның Бронхольм утрауы эргәһендә 10 йыл элек батҡан “Фу Шан Хай” йөк судноһы яғыулығы ҡалдыҡтарын һыу өҫтөнә күтәреү. Судноның бортында ағыулы булмаған ашламаларҙан тыш тирә-яҡ мөхиткә хәүеф тыуҙырған 1,6 мең тоннанан ашыу яғыулыҡ булған. Һәләкәттән һуң, уның күп өлөшөн һурҙырып алғандар, әммә тороп ҡалғаны ла экология һәләкәтенә килтереүе ихтимал.
Судно 68 метр тәрәнлектә ята. 10 йыл эсендә уның көбө тутыҡҡан, шуға күрә яғыулыҡ ағып сығыу хәүефе бар.
“Фу Шан Хай” Польшаның “Гдыня”судноһы менән 2003 йылдың 31 майында диңгеҙҙә бәрелешкән, шул саҡта уҡ 1000 тонна яғыулыҡ ағып сыҡҡан һәм Швеция, Дания ярҙарын бысратҡан. Таҙартыу операцияһын тамамлағас, Данияның Диңгеҙ идаралығы, тәрәнлек һәм шарттар водолаздарға хәүеф тыуҙыра тип, һыу аҫтындағы эштәрҙе туҡтатҡан булған.



Комментариев нет:

Отправить комментарий