понедельник, 5 августа 2013 г.

“Ҙур егерме” саммиты ваҡытындағы үлем. Британлының тол ҡатыны компенсация алды.


Полицейскийҙың ҡаты ҡыланыуы арҡаһында хәстәханала вафат булған британлы Иан Томлинсондың ҡатыны аҡсалата компенсация алған һәм унан ғәфү үтенгәндәр. Был ваҡиғаны тикшереү процедураһы 3 йылға һуҙылған.
2009 йылда Лондондағы “ҙур егерме” саммитында ҡамау янында торған полицейский 47 йәшлек Томлинсонға һуға һәм бөтә көсөнә төртөп ебәрә. Полицейский аҙаҡ аңлатыуынса, ул ирҙе ҡаршылыҡ акцияһында ҡатнашыусы тип уйлай.
Ваҡиға ҙур ижтимағи яңғыраш алды. Меңләгән кеше “хоҡуҡ һағындағы орган хеҙмәткәрҙәренең башбаштаҡлығы”на ҡаршы сыҡты һәм Томплисондың һәләк булыуына ғәйепле кешегә яза биреүҙе талап итте. 2012 йылда суд полицейский Саймон Харвудты алдан ниәтләмәй үлтереүҙә ғәйепле тип тапты һәм яуаплылыҡҡа тарттырыуҙан азат итте.


Комментариев нет:

Отправить комментарий