вторник, 6 августа 2013 г.

Гибралтар- тамаҡҡа торған һөйәк.


Гибралтар- Испания һәм Бөйөк Британия араһындағы кәртә. Уҙған ял көндәрендә Испания сит ил эштәренең Гибралтар сиген үтеүселәрҙән 50 евро күләмендә түләтеү алыу һәм шулай уҡ Гибралтарға килеүсе һәм китеүсе самолеттар өсөн үҙенең һауа киңлектәрен ябыу менән янауы Лондон һәм Мадрид араһындағы мөнәсәбәттәрҙе ҡырҡыулаштырҙы.
Халыҡтың ял итеү осоро башланғанда, Гибралтарға йүнәлеүсе машиналарҙан тығындар барлыҡҡа килә.
Испания Британияны дипломатик көсөргәнешлекте йәйелдереүҙә ғәйепләй: 10 көн элек Гибралтар властары Мадрид үҙенеке тип иҫәпләгән һәм балыҡ тотоу өсөн файҙаланған һыуҙарҙа риф төҙөй башлаған.
Испания Бөйөк Британияға был территорияны 1713 йылда Утрехт тыныслыҡ килешеүе ваҡытында биргән. 2002 йылғы референдум ваҡытында халыҡтың 98 проценты үҙен британлы тип иҫәпләүгә ҡарамаҫтан, Мадрид әле булһа Гибралтарҙы даулай. Гибралтар властары Испанияның был конфликттағы үҙенең тотошон Төньяҡ Корея менән сағыштырҙы.


Комментариев нет:

Отправить комментарий