вторник, 6 августа 2013 г.

Венгрияла сиғандарҙы үлтереүселәр хөкөмгә тарттырылды.


Венгрия суды 2008-2009 йылдарҙа 6 cиғанды үлтереүҙә ғәйепләнгән урындағы 4 кешегә хөкөм ҡарары сығарҙы. Ғәйепләнеүселәрҙең өсөһө ғүмерлеккә, дүртенсеһе, ваҡытынан алда иреккә сығарыу хоҡуғынан мәхрүм ителеп, 13 йылға төрмәгә ултыртылды.
Судтың фекеренсә, хөкөмгә тарттырылыусыларҙың кәм тигәндә икәүһе радикаль венгр милләтселәре менән бәйләнеш тотҡан. Үҙҙәре иһә, “артыҡ йомшаҡтартип иҫәпләп, бер ниндәй ҙә төркөм, фирҡәләрҙә тормаған.
Һөжүмдәр Венгрияның сиғандар күпләп йәшәгән төньяҡ-көнсығышында яһалған. Енәйәтселәр ҡорбандарының йорттарын яндырған, ҡотолорға маташҡандарға атҡан. Үлтерелгәндәр араһында 5 йәшлек малай ҙа бар.
Сиғандар Венгрия халҡының 5 процентын тәшкил итә. Сиғандарҙы электән бик үк яратып бөтмәгән йәмәғәтселектә әҙселекте тәшкил иткән халыҡҡа ҡарата агрессия киң яңғыраш алды. Хоҡуҡ һаҡлаусылар полицияны аҫтыртын ғына енәйәтселәрҙе яҡлауҙа ғәйепләне, сөнки һөжүмдәр даими рәүештә 13 ай буйы илдең төрлө мөйөштәрендә булып торған.


Комментариев нет:

Отправить комментарий